«Михайлов һәм партнёрҙар. Аналитика» компанияһы үткәргән социаль тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса, Рәсәйҙә уҡыусыларҙың 57 проценты мәктәптә агрессияға дусар булған. Ә 32 проценты, иң беренсе сиратта, тиҫтерҙәренең психологик яҡтан ҡыйырһытыуына, 27 проценты этеп-төртөүенә, ҡул күтәреүгә, әйберен ватыуына зарлана.
Балалар бер-береһен кейеменә һәм сәсенә (35 процент), тышҡы ҡиәфәтенә (30 процент), милләтенә (23 процент) бәйләп үсекләй икән. Был күренешкә тап булған уҡыусыларҙың күбеһе талашҡандарҙы яраштырырға тырыша, 11 проценты телефонына видеоға төшөрә, 18 проценты ситтән ҡарап тора, 14 проценты бөтөнләй иғтибар итмәй.