Бөтә яңылыҡтар
31 Октябрь 2019, 12:12

Төркиәнән һөйөнөслө хәбәр

Зәйнетдиновтар ғаиләһен халыҡ-ара конкурста еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

Уларҙың «Республика» ғаилә ансамбле Төркиәлә барған Халыҡ-ара варган (ҡумыҙ) музыкаһы конкурс-фестивалендә еңеүсе исемен яулаған. Күп жанрлы был бәйгелә улар 6 дипломға лайыҡ булған.
Фестивалдә төрлө илдәрҙән 100 кеше ҡатнашҡан. Миңдеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙ буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәткән. Шулай уҡ 2020 йылда Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһы менән дә таныштырғандар.
Читайте нас: