Уның һүҙҙәренсә, 9 ай эсендә эш һорап – 18 меңдән ашыу кеше, кәрәкле хеҙмәткәрҙәр эҙләп 9 меңдән ашыу эш биреүсе мөрәжәғәт иткән. Студенттар һәм сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн карьера көндәре уҙғарыла. Унда эшкә урынлашыу мөмкинлектәре һәм һөнәри карьера төҙөү тураһында мәғлүмәттәр еткерелә. Мәктәп уҡыусылары ла иғтибарһыҙ ҡалдырылмай, предприятиелар буйлап экскурсиялар, үҙ эшенең оҫталары менән осрашыуҙар үткәрелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йыл Башҡортостан «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам» пилотлы проектын тормошҡа ашырыусы 16 төбәк исемлегенә индерелгәйне. Уның сиктәрендә предприятие хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуҙар ойошторола.