Бөтә яңылыҡтар
1 Ноябрь 2019, 09:17

«Аҡыллы» ултырғыс уйлап табылған

Новосибирсктағы 4-се гимназиянан Никита Илтәков һынды тура тоторға ярҙам итеүсе ултырғыс уйлап тапҡан. Уның эшләгән ҡоролмаһы уҡыусының ғәҙәти ултырғысына беркетеп ҡуйыла.

Малай яһаған ҡоролманың датчиктары кәүҙәнең торошон күҙәтә һәм уҡыусы һынының 3D моделен яһай. Әгәр ҙә уҡыусы дөрөҫ ултырмаһа, моторҙың вибрацияһы аша сигнал ебәрелә. Унан тыш, баланың һынын нисек тотоуы хаҡында уҡытыусыларына һәм ата-әсәләренә мәғлүмәт тә бирелә.
Бөгөн «аҡыллы» ултырғыстар һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән балалар уҡыған синыфтарға ғына ҡуйылған. Әгәр ҙә тәжрибә уңышлы тип табылһа, бындай ҡоролмаларҙы ғәҙәти синыфтарға ла ҡуйырға уйлайҙар.
Читайте нас: