Бөтә яңылыҡтар
1 Ноябрь 2019, 06:21

Ҡасан ғына хыял ине

Хәстәханалағы палатала виртуаль ысынбарлыҡ. Ҡасан ғына ул хыял ғына һымаҡ күренә ине. Бөгөн инде үҙебеҙҙә лә ҡулланыла.

Баш ҡалабыҙҙың Ашығыс медицина ярҙамы хәстәханаһы сирлеләрҙе реабилитациялау өсөн махсус «аҡыллы» тренажёрҙар менән йыһазландырылды. Ул кешене ишетеп кенә ҡалмай, ауыртыуын да тоя. Тренажёрҙы «аҡыллы» тип атауҙары юҡҡа түгел, сөнки ул пациент менән биологик бәйләнешкә инә. Аппарат пульс, тиҙлекте үлсәй, иң мөһиме – күнекмә ауыр бирелгәндәргә ярҙам итә.
Яңы реабилитациялау ҡоролмаһы хәстәханаға «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә һатып алынған. Бөгөн уның менән нейро һәм кардиореабилитация бүлектәре пациенттары файҙалана.


Читайте нас: