Бөтә яңылыҡтар
1 Ноябрь 2019, 08:26

«Балаларға камера бирҙеләр»

Өфөләге «Телешко» балалар телевидениеһы мәктәбе дүртенсе тапҡыр «Балаларға камера бирҙеләр» медиафестивален үткәрҙе. Унда Өфө, Ҡазан, Курск, Симферополь, Иркутск, Новосибирск, Төмән, Сочи ҡалаларынан 200-ләп йәш журналист һәм блогер ҡатнашты.

Фестивалгә «Орёл и решка» программаһын алып барыусы Ольга Антипова һәм Рәсәй балалар телеканалдарының күп кенә проекттары режиссёры Антон Михалёв та килгәйне. Республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә балалар менән тәжрибә уртаҡлашты.
Сараның һуңғы көнөндә республиканың ете медиамайҙансығында – дүрт телеканалда һәм өс радиостанцияла йәш журналистар эфирға сыҡты. Ә «Вся Уфа» телеканалының «Баш ҡала иртәһе» шоу-программаһын тура эфирҙа алып барҙылар. Бындай тәжрибә буласаҡ журналистар өсөн бик әһәмиәтле булғандыр, әлбиттә.
Читайте нас: