-6 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
1 Ноябрь 2019, 01:46
Этнографик диктант яҙырға килегеҙ!
Иртәгә, 1 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан “Ҙур этнографик диктант” Бөтә Рәсәй акцияһы үтә. Ул илдең барлыҡ төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә урындағы ваҡыт буйынса 11.00 сәғәттә башланасаҡ.
Башҡортостанда ҙур этнографик диктантты 55 майҙансыҡта яҙырға була. Киң масштаблы был акция илдә дүртенсе йыл рәттән үткәрелә. Ул халыҡтың этнографик грамоталылығын, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар тураһындағы белеме кимәлен баһалау мөмкинлеге бирәсәк.
Диктант 30 һорауҙан торасаҡ: 20 һорау дөйөм, 10-һы үҙегеҙ йәшәгән төбәккә бәйле буласаҡ. Диктантты яҙыуға 45 минут ваҡыт биреләсәк. Бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирә алғандар 100 балл аласаҡ.
Ҙур этнографик диктантты ойоштороусы булып Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ һәм Удмурт Республикаһының Милли сәйәсәт министрлығы тора. Партнеры – Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берлеге, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштар һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек эштәре буйынса федераль агентлыҡ.
Башҡортостанда акцияны республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто ойоштора.
Әгәр диктантты төрлө сәбәптәр буйынса төбәк майҙандарында яҙа алмайһығыҙ икән, 1-нән 4 ноябргә тиклем сараның
www.miretno.ru
рәсми сайтында онлайн-тест булараҡ үтергә мөмкин.
Һорауҙарға дөрөҫ яуаптар 10 ноябрҙә юғарыла күрһәтелгән рәсми сайтта баҫыласаҡ. Былтыр диктантты илдә 392 мең кеше 4567 майҙансыҡта яҙғайны. Башҡортостанда 3137 кеше ҡатнашты, 28 майҙансыҡ ойошторолғайны.
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/etnografik-diktant-ya-yr-a-kilege-/
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...