Бөтә яңылыҡтар
1 Ноябрь 2019, 06:22

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан – флешмоб

Рәсәй мәктәп уҡыусыларына «Instagram» социаль селтәрендә патриотик флешмоб үткәрергә тәҡдим ителә. Был хаҡта Мәғариф һәм фән министрлығының методик күрһәтмәләрендә әйтелә.

«Мин илемде яратам» флешмобы Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан уҙғарыла. Бының өсөн ҡатнашыусыларға тәбиғәт, дуҫтар йәки туғандар менән бергә төшкән фотоһүрәттәрҙе #ялюблюсвоюстрану хештегы менән социаль селтәрҙәргә һалырға кәрәк.
Акция сиктәрендә уҡыусылар Рәсәй һәм дуҫлыҡ хаҡында белемдәре менән фотолар аша ла бүлешә ала. Бының маҡсаты – бәләкәй тыуған илеңә һөйөү, дуҫлыҡ, халыҡтар араһында үҙ-ара аңлашыу тойғолары тәрбиәләү өсөн йәшәгән төбәгеңдә тормош үҙенсәлектәрен күрһәтеү.
Сара һуңында ойоштороусылар уның ҡатнашыусыларын «Рәсәй» һүҙен һауа шарҙарынан яҙып, «Рәсәй берләштерә» флешмобы менән тамамлап ҡуйырға өндәй.
Читайте нас: