Бөтә яңылыҡтар
1 Ноябрь 2019, 09:29

Театрҙар фестивале

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Өфөлә тәүге тапҡыр республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале үтә.

Ул 11 ноябрҙә Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында башланасаҡ. Өфө, Ағиҙел, Белорет, Бөрө, Благовещен, Нефтекама, Салауат ҡалаларынан, Дүртөйлө, Мишкә, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Яңауыл райондарынан театр коллективтары ҡатнаша.
Конкурс ике көн буйы дауам итә. Баһалама комиссияһын республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Әбүшахманов етәкләй.
Читайте нас: