Һорауға яуап биреүселәрҙең 38 проценты «Мәғариф» милли проекты илдәге белем алыу сифатын яҡшыртыуына бик ышана. Ә был фекер менән 5,29 процент кеше килешмәй, 45,6 проценты ышанмай. Ҡалғандар белем сифатын ниндәйҙер проекттар менән бәйләмәй.
Респонденттарҙың 50 проценттан ашыуы «Мәғариф» милли проекты педагог һөнәренең абруйын күтәрергә булышасаҡ, тип күҙаллай. «Моғайын, юҡтыр», – тип 17,48 процент кеше яуап биргән, «юҡ», тип кенә 4,51 процент кеше ҡырҡа киҫкән. Ҡалғандар яуап бирмәгән.
Тикшеренеүҙән күренеүенсә, һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 35 проценты милли проект белем алыу кимәле буйынса алдынғы илдәр рәтенә инергә мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләй. Ҡалғандар быға ышанмай.