– Был – яңы составтағы советтың тәүге ултырышы. Сит илдәрҙә урыҫ теле һәм әҙәбиәтен популярлаштырыу мәсьәләләре ҡараласаҡ. Студенттар отряды хәрәкәте 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй, шул уңайҙан уның вәкилдәре менән осрашыу ҙа үтәсәк, – тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә урыҫ телен үҫтереү буйынса совет 2014 йылда барлыҡҡа килгән. Ошо йылдың август айында уның яңы составы раҫланды. Унда Рәсәй филологтары, лингвистарынан тыш, яҙыусылар, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре, әҙәби музейҙар етәкселәре, урыҫ әҙәбиәте тарихсылары, уҡытыусылар берләшмәһе вәкилдәре лә инде.