Әлеге мәлдә яман шеш ауырыуы табылған 85 меңдән ашыу кеше иҫәптә тора. Йыл һайын 13 меңдән ашыу осраҡ теркәлә. Башҡортостанда ҡурҡыныс сирҙе иртә асыҡлау 1,5 процентҡа артҡан. Был үлем осрағын 2,3 процентҡа кәметәсәк.
Шулай уҡ «Онкология ауырыуҙары менән көрәш» проектына ярашлы, республика онкология диспансерының хирургик корпусына төкәтмә төҙөү дауам итә. Унан тыш, баш ҡаланың 13-сө клиник, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский ҡалаларының хәстәханаларында дүрт онкологияға ярҙам амбулатор үҙәктәре булдырылған. Алдағы ике йылда республикабыҙ биләмәһендә тағы ла ошондай һигеҙ үҙәк асыласаҡ.