Яңыраҡ Учалыла уҡыусылар араһында «Диктор тауышы» тигән конкурс ойошторолған. Әхәт Мотаһар улы ошо райондың Яңы Байрамғол ауылында тыуған һәм хеҙмәт юлын балалар тапшырыуҙарын алып барыусы булараҡ башлаған бит.
Учалылағы 3-сө лицейҙа үткән бәйгелә беренсе турҙа еңеүселәр ҡатнашҡан. Йәш дикторҙар, нәфис һүҙ оҫталары баһалама комиссияһына этномәҙәниәт һәм туризм тураһында телевизион реклама ролигын, яңылыҡтар һәм Мостай Кәримдең әҫәрен тәҡдим иткән. Гран-приға Миндәктәге 7-се мәктәптән XI синыф уҡыусыһы Дим Баймырҙин лайыҡ булған. I урынды Мулдаҡайҙан Сәриә Йәшелбаева һәм Сәфәрҙән Ислам Исхаҡов яулаған. Еңеүселәргә һәм призлы урын алыусыларға Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы әҙерләгән бүләктәр, дипломдар һәм кубоктар тапшырылған.
Һәйбәт башланғыс, шулай бит? Киләсәктә был конкурс тағы ла киңерәк ҡолас алып, республика кимәлендә лә үткәрелер әле.