Унһыҙ табын да йәмһеҙ. Һөт элек магазиндарҙа быяла шешәләрҙә һатыла торғайны. Ҙур-ҙур мискәләрҙән сиратҡа тороп алған ваҡыт та булды. Тиҙҙән автоматтарҙан ғына барып ала башларбыҙ әле. Сөнки Бәләбәй ҡалаһында тәүге һөт автоматы ҡуйылған да инде. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй. Бер литр һөт – 35 һум тора. Һауытты үҙең менән алып килергә кәрәк. Системала даими температура – 4 градус. 100 литрлыҡ һауыт һөт менән тултырылған. Бер тәүлек эсендә алып бөтмәһәләр, яңы һөт менән алмаштыралар.