Бөтә яңылыҡтар
6 Ноябрь 2019, 14:35

Яңы технологиялар ярҙамға килә

Рәсәйҙең күп төбәктәрендә уҡытыусылар етешмәй. Бигерәк тә ауылдарҙағы аҙ комплектлы мәктәптәрҙә ҡытлыҡ кисерелә.

Был мәсьәләне нисек хәл итергә була һуң? «Иҡтисадтың юғары мәктәбе» милли тикшеренеү университетының Мәғарифты үҫтереү институтының директоры Ирина Абанкинаның уй-фекеренсә, дистанцион технологияларҙы ҡулланғанда бындай белем усаҡтарын һаҡлап ҡалырға була.

– Был осраҡта интернет-ресурстарҙы индереү, онлайн-режимда эшләү мөмкинлеге булыу бик мөһим. Бында уҡытыусылар тьюторҙар ролендә сығыш яһап, уҡыусыларға программаларҙы үҙләштерергә ярҙам итәсәк. Яңы формалар һәм технологиялар аша сифатлы белем биреү тәьмин ителһә, аҙ комплектлы мәктәптәр ҙә һаҡланып ҡаласаҡ, – ти ул.
Читайте нас: