Бөтә яңылыҡтар
7 Ноябрь 2019, 11:35

Мәҙәниәт ирекмәндәре лә бар

Быйыл 20 меңгә яҡын кеше «Мәҙәниәт ирекмәндәре» программаһына ҡушылған. Был һан көтөлгәндән ике тапҡырға күберәк.

Шулай тип белдерҙе «Милли проекттар. Рәсәйҙең киләсәге» порталының тура эфирында Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова. Уның һүҙҙәренсә, хәрәкәткә өлкән быуын да, йәштәр ҙә ҡушыла. «Мәҙәниәт ирекмәндәре» программаһы «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә алып барыла. Уның төп маҡсаты булып ирекле хәрәкәттәргә, шул уҡ ваҡытта Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыуға ярҙам итеү тора. 2024 йылға был программа 100 меңгә яҡын ирекмәнде берләштеүҙе күҙаллай.
Әйткәндәй, үткән йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин мәҙәни мираҫты һаҡлау өлкәһендә ирекмәндәргә мәғлүмәти булышлыҡ итеү йәһәтенән ресурс үҙәген булдырыу уйын хуплағайны. Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы ҡарамағында был йүнәлештә эшләүсе төркөм барлыҡҡа килде.


Читайте нас: