Бөтә яңылыҡтар
7 Ноябрь 2019, 11:45

«Уҡытыу кимәлен күтәреү мөһим»

Рәсәй Президенты Владимир Путин Урыҫ теле йәмғиәтенең икенсе съезында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, мәктәптәрҙә уҡытыу сифатын күтәреү мөһимлеген билдәләне. Был хаҡта Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Уның телеграмма тексында: «Белем усаҡтарында уҡытыу кимәле өҙлөкһөҙ күтәрелеүе, уҡытыусыларҙың эшмәкәрлеге ижади, бөгөнгө заман талаптарына һәм тын алышына тап килеүе бик мөһим», – тип әйтелә. Ил етәксеһе шулай уҡ урыҫ телен яҡшы белеү йәштәргә шәхес һәм һөнәри яҡтан үҫешергә ҙур мөмкинлектәр асырға, мәғлүмәти киңлектә юл табырға, аралашыу даирәһен арттырға ярҙам итеүен дә белдерҙе.
Читайте нас: