Бөтә яңылыҡтар
7 Ноябрь 2019, 16:30

Ҡыш бабайға хат яҙғың килһә...

«Ҡаланы үҫтереү йәмәғәтселек фонды» ун етенсе тапҡыр «Ҡыш бабайға хат» республика балалар проектын ойоштора. Уның төп маҡсаты – балалар шәфҡәтлелеген тергеҙеү.

Проектта 3-тән 15 йәшкәсә балалар ҡатнаша ала. Уның шарттары буйынса, бының өсөн ошо үтеп барған 2019 йылда яҡындарыңа, эргә-тирәңдәгеләргә, ярҙамға мохтаж кешеләргә ниндәй изге һәм файҙалы эштәр башҡарыуыңды яҙып ебәрергә кәрәк. Унан тыш, һәр йәш төркөмдәре өсөн (3 – 6, 7 – 10, 11 – 15 йәшлектәр) махсус эштәр ҙә бирелә.
Үҙеңдең шәхсән яҙған хатың башҡарған махсус эштәрең менән бергә 25 ноябргә тиклем 450098, Өфө ҡалаһы, Ҡыш бабайға абонемент йәшниге адресы йәки [email protected] электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә. Әлеге проект тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте «Бәйләнештә» селтәрендәге https://vk.com/dedmorozufa төркөмөндә алырға мөмкин.
Ҡыш бабайҙың бөтә эштәрен үтәп, проекттың еңеүселәре булып танылған изге хат авторҙары ҡышҡы каникул көндәрендә Өфө ҡалаһына Шыршы байрамына саҡырыласаҡ.
Читайте нас: