Бөтә яңылыҡтар
8 Ноябрь 2019, 14:30

Ғафуриҙар Мәскәүҙә форумда ҡатнашҡан

Мәскәүҙә "Үҫеш Нөктәләре", "Белем" милли проекты: берләшмә, команда һәм һөҙөмтә" үҙәктәренең I Бөтә рәсәй форумы үтте.

Башҡортостандан 133 кешенән торған делегат ҡатнашты. Етәкселәре – Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының әйҙәүсе эксперт-белгесе Татьяна Васильева. Унда Ғафури районының Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова менән Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбенең технология уҡытыусыһы Рима Мәүлетҡол ҡыҙы Биктимерованың ҡатнашып, сертификат менән бүләкләнеүҙәре бик хуп. Ҡотлайбыҙ!
Форумда бөгөнгө уҡытыуҙың яңы ысулдары, балаларҙы тәрбиәләү һәм бөтә донъяла киң ҡулланылған цифрлы технологияларҙың өҫтөнлөгө хаҡында һүҙ барған.
Читайте нас: