Бөтә яңылыҡтар
8 Ноябрь 2019, 17:25

Ял көндәрендә

Һәр кемегеҙ ялды көтөп ала, шулаймы? Шәмбе, йәкшәмбе көндәрен өйҙә генә түгел, ҡайҙалыр барып, мәҫәлән, кинотеатрҙарға, күңелле лә, файҙалы ла итеп үткәрә алаһығыҙ, дуҫтар.

Баш ҡалабыҙҙа 9, 10 ноябрҙә уҙғарылған афишаларға күҙ һалайыҡ әле.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры үҙенең спектаклдәрен Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй залында ҡуя. 10 ноябрҙә 18 сәғәттә Рәлиф Кинйәбаевтың «Әбейүшкә@эттущка.ru» спектакле тәҡдим ителә, билет хаҡы – 200 – 400 һум.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында был көндәрҙә «Урман йәрминкәһе», «Фил балаһы» спектаклдәрен ҡарай алаһығыҙ. 9 ноябрҙә – «Урман йәрминкә»һе, 10 ноябрҙә «Фил балаһы» 12 һәм 14 сәғәттәрҙә башлана. Хаҡы – 250 һум.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында 10 ноябрҙә «Петрушка һәм Витязь» әкиәте күрһәтелә. 12 сәғәттә башланған тамаша 300 һум тора.
«Ультра» сауҙа үҙәге эргәһендәге майҙансыҡта 10 ноябрь көнө балалар йәрминкәһе ойошторола. Уның сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре, аквагримм, фокустар, һүрәттәр күргәҙмәләре үткәреләсәк.
Киноһөйөүселәр иһә әле Өфөлә кинотеатрҙарҙа барған «Малефисента: Владычица тьмы» фильмын барып күрә ала. «Родина» кинотеатрында был кино ике көндә лә иртәнге 10 сәғәттә башлана. Хаҡы – 120 һум.
«Искра» кинотеатрында ла был фильм күрһәтелә. Ул шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә 10.45, 12.05, 14.55, 16.10. 18.25 сәғәттәрҙә башлана. Хаҡы – 180 – 250 һум.
Читайте нас: