Бөтә яңылыҡтар
11 Ноябрь 2019, 11:10

Күсмә комплекстар эшләй башлай

Республикабыҙҙың алты районы күсмә фельдшер-акушерлыҡ пунктлы булды. Улар бәләкәй ауылдарҙы хеҙмәтләндерер өсөн тәғәйенләнгән. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр ителә.

«Башҡортостанға алынған фельдшер-акушерлыҡ пункттары – ПАЗ автобусы нигеҙендә күсмә комплекстар ул. Улар кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырылған», – тип белдерелә унда.
ФАП-тарҙы рәсмиләштереү тамамланған, оҙаҡламай улар Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Ейәнсура һәм Йылайыр райондарындағы ауырыуҙарҙы ҡабул итә башлаясаҡ.
Был ҡоролмалар «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел медик-санитар ярҙам системаһын үҫтереү» төбәк проекты сиктәрендә алынған. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 15 күсмә ФАП алыныуы көтөлә.

Читайте нас: