КВН формаһында уҙған сарала уҡыусылар ике командаға бүленеп, кроссворд систе. Улар төрлө һорауҙарға ярыша-ярыша яуап бирҙе. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимнын да йырлап ишеттерҙе гимназистар. Ҡыҙыҡлы ярышты тәрбиәселәр Гөлшат Ишмөхәмәтова һәм Айгөл Теләүсина алып барҙы. Ҡыҙыу алышта дуҫлыҡ еңде.