Виртуаль залдарға инеү нөктәләре Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында, Өфө сәнғәт училищеһында, урта махсус музыка колледжында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында бар. Ә Хөсәйен Әхмәтов Башҡорт дәүләт филармонияһындағы виртуаль зал өфөләргә Рәсәй һәм донъя башҡарыусыларының концертын онлайн ғына түгел, ә яҙҙырылғанын да тыңларға мөмкинлек бирә.