Бөтә яңылыҡтар
15 Ноябрь 2019, 13:30

Башҡортса өйрәнер өсөн – карточкалар йыйылмаһы

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә сағыу һүрәтле «Минең ғаиләм. Моя семья» тигән карточкалар йыйылмаһы донъя күрҙе. Ул кескәй балаларҙы ике телдә һөйләшергә өйрәтеү йәһәтенән бик тә ҡулайлы.

Йыйылма 90 карточканан тора. Төҙөүсеһе – Әлфиә Әсәҙуллина. Карточкалар йыйылмаһы «Минең ғаиләм», «Беҙҙең өйҙә», «Өй кәрәк-яраҡтары», «Аҙыҡ-түлек», «Йорт хайуандары», «Йорт ҡоштары», «Ҡоштар» тигән алты темаға бүленгән. Һүрәттәрҙә башҡорт һәм урыҫ телдәрендәге яҙыуҙар һүҙҙең мәғәнәһен һәм яҙылышын иҫтә ҡалдырырға ярҙам итә. Был карточкалар йыйылмаһы кескәйҙәргә, балалар баҡсалары тәрбиәселәренә һәм башланғыс синыф уҡытыусыларына тәғәйенләнгән.
Читайте нас: