Бөтә яңылыҡтар
15 Ноябрь 2019, 11:30

Беҙҙекеләр ҙә кәңәшмәлә ҡатнашты

Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары Сергей Ястребов етәкселегендә «Экология» милли проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.

Был сара Волга буйы федераль округы төбәк вәкилдәре ҡатнашлығында видеоконференция бәйләнеше режимында барҙы. Әлеге кәңәшмәлә беҙҙең республиканан да вәкилдәр ҡатнашты. Премьер-министр урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев «Экология» милли проекты сиктәрендә биш төбәк проекты ғәмәлгә ашырылыуын, уңыштарыбыҙ хаҡында һөйләне.
– Дөйөм алғанда бөтә төбәктәр ҙә федераль проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса план күрһәткестәрен үтәне, йыл аҙағына тиклем күп эштәрҙе тамамлап ҡуйырға кәрәк, – ти билдәләне Сергей Ястребов кәңәшмә һуңында.


Читайте нас: