Бөтә яңылыҡтар
15 Ноябрь 2019, 18:25

Ял көндәре тамашалары

Ял көндәрен нисек үткәрергә уйлайһығыҙ, дуҫтар? Һеҙгә ярҙам булһын тип, баш ҡалабыҙҙа шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә үтәсәк тамашаларҙы барланыҡ.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең спектаклдәрен Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй залында ҡуя. 16 ноябрҙә – Салауат Әбүзәрҙең «Бомба» комедия-фарсы, 17-һендә Әнгизә Ишбулдинаның «Баллы, тирәкле Балтирәк» лирик комедияһы күрһәтелә. Тамашалар киске 6-ла башлана, билет хаҡы – 200 – 400 һум.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында 16 ноябрҙә «Сал Урал көйҙәре» концерты үтә. Унда Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаевтың көйҙәре яңғыраясаҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин сығыш яһай. Сара киске 6-ла башлана, билет хаҡы – 200 – 600 һум.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында 16 ноябрҙә «Аладдин» мажаралы әкиәте, Мөҙәрис Багаевтың «Аҡса булһа бер муҡса...» спектакле күрһәтелә. Тәүгеһе – көндөҙгө 12-лә, билет хаҡы – 150 һум, икенсеһе киске 6-ла башлана, билет хаҡы – 100 – 400 һум). 17 ноябрҙә көндөҙгө 12-лә ғаилә өсөн «У ковчега в восемь» спектакле ҡуйыла, билет хаҡы – 300 һум.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының ҙур залында 16 ноябрҙә «Буратино» әкиәте ҡуйыла. Башланыу ваҡыты – көндөҙгө 12-лә һәм 2-лә. Ошо уҡ көндө театрҙың бәләкәй залында «О чём поёт осень» спектакле күрһәтелә. Ул көндөҙгө 4-тә башлана. 17 ноябрҙә «Вот так репка!», «О чём поёт осень?» әкиәттәрен ҡарай алаһығыҙ. Тәүгеһе көндөҙгө 12-лә һәм 2-лә башланһа, икенсеһе – сәғәт 4-тә. Барыһына ла билет хаҡтары – 250 һум.
Читайте нас: