Ял программаһы балалар өсөн бик мауыҡтырғыс һәм бай булды. Улар "Ирәмәл" күҙәтеү тәгәрмәсендә ҡаланың матурлығына һоҡланды, "Өфө-Арена" менән танышты. Унда балалар яратҡан "Салауат Юлаев" хоккей клубының шөғөлләнгән урынын, матбуғат конференцияһы бүлмәһен, буласаҡ хоккейсылар нисек шөғөлләнеүен үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Иң ҡыуаныслыһы: һәр бала яратҡан хоккейсыһының автографы ҡуйылған фотоһүрәтле һәм хоккей клубының логотибы һүрәтләнгән иҫтәлекле бүләкле булды. Артабан уҡыусылар планетарийҙа, Еңеү паркында һәм "PLY PARK" батут үҙәгендә күңелдәре булғансы уйнап, бик ҡәнәғәт булып, сәйәхәттәрен йомғаҡлап ҡуйҙы.
Был хәйриә акцияһын ойошторғаны өсөн Гөлнур Ғәлинур ҡыҙына ҙур рәхмәт әйтеп, үҙ ҡулдары менән әҙерләгән бүләктәрен тапшырып, бик шат йөҙ менән ҡайтты баймаҡтар.