Бөтә яңылыҡтар
20 Ноябрь 2019, 18:35

Магазинда өйгә эш әҙерләгән

Бразилиянан ун йәшлек Уильям Сантьягоның сауҙа үҙәгендә өйгә эш әҙерләгәнен инде бөтә донъя белә. Уның шулай билдәлелек яулауын ата-әсәләре лә көтмәгән.

Социаль селтәрҙәрҙә бер техника магазинында өйгә эшен әҙерләгән малай тураһында видеяҙма киң тарала. Ул тәүҙә географиянан эштәрҙе башҡарыр өсөн витриналағы телефонды ҡуллана, шунан ундағы хеҙмәткәрҙәр планшет тәҡдим итә.
Баҡһаң, малай уҡыған мәктәптә 278 бала белем ала. Улар өсөн 12 планшет ҡына бүленгән икән. Тик был гаджеттарҙы мәктәп советы рөхсәте менән генә ҡулланып була. Етмәһә, Уильямдың өйҙәрендә лә интернет үткәрелмәгән. Шулай ҙа малай аптырап ҡалмаған, Samsung магазинына өйгә эш әҙерләргә йөрөй башлаған. Ошо ваҡытта инде ундағы хеҙмәткәрҙәр Уильямды видеоға төшөрөп, интернет селтәренә һала. Был видеояҙманы 7 миллион 500 мең кеше инеп ҡарай. Бынан һуң компания малайҙы бәлә-ҡазаларҙан да страховкалап, бер түгел, хатта ике планшет бүләк итә.
Читайте нас: