Бөтә яңылыҡтар
21 Ноябрь 2019, 14:10

Баймаҡта – үҙенсәлекле акция

Баймаҡ районында йәштәр эштәре буйынса комитет башланғысы менән «Етәксе менән йәйәү йөрөү» тигән үҙенсәлекле акция бара.

Был сара ваҡытында һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап алып, етәксе менән йәнле һөйләшеү ҡора ала. Әлеге акция халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү, кешеләрҙең проблемалары менән яҡындан танышыу, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү маҡсатында ойошторолған.
Акцияға иң тәүгеләрҙән булып район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина ҡушылған. Бөгөн, йәғни 21 ноябрҙә, райондың баш табибы Әлиә Ғиззәт ҡыҙы Әҙиәтова менән йәйәү йөрөү ойоштороласаҡ.
– Был акция даими рәүештә үткәрелер һәм күп кенә етәкселәр, ҡала һәм район халҡы ҡатнашыр, тип ышанам, – ти Баймаҡ районы йәштәр эштәре буйынса комитеты директоры Заһит Ғүмәров.
Читайте нас: