Бөтә яңылыҡтар
21 Ноябрь 2019, 17:45

Өфөнөң төп шыршыһы ҡуйылды

21 ноябргә ҡаршы төндә Ленин исемендәге майҙанға Өфөнөң төп шыршыһын ҡуйҙылар.

Ҡупшыҡайҙы Благовещен районынан килтерҙеләр. Баш ҡала ситендә уны Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу үҙҙәре ҡаршы алып, буй-һынын тикшергәндән һуң ғына инергә "рөхсәт" бирҙе.
Шыршының бейеклеге – 30 метр самаһы, ә йәше – 90-дан ашыу.
Читайте нас: