Бөтә яңылыҡтар
21 Ноябрь 2019, 13:15

Төп Шыршы байрамы

Республика Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2020 йылды байрам итеү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, төп Шыршы байрамы 20 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк.

Йола буйынса, унда республикабыҙҙың район һәм ҡалаларынан уҡыу алдынғылары, төрлө фәндәрҙән олимпиада, спорт ярыштары еңеүселәре, фестиваль лауреаттары, һөнәри бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәр һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре балалары, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, шулай уҡ сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр саҡырыла. Республика Шыршы байрамында ҡатнашыусылар өсөн өс көнлөк ял ойошторола. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан уларҙың һаулығы күҙәтеү аҫтында буласаҡ. Барыһына ла Яңы йыл бүләктәре тапшырыласаҡ.
Читайте нас: