Тәүҙә медицина тикшеренеүе үтеүҙең яңы тәртибе бөгөндән, йәғни 22 ноябрҙән, ғәмәлгә инә, тип белдергәйнеләр. Өҫтәмә анализдар индерелеү сәбәпле, медицина справкаларын алыу хаҡтары күтәрелеүе хаҡында ла әйтелгәйне. Шуға илдең төрлө ҡалаларында наркологик диспансерҙарҙа элекке хаҡтар менән документ юллаусылар күбәйҙе.
Был яңы ҡағиҙәләргә Рәсәй Президенты Владимир Путин да үҙ фекерен белдерҙе. Быны ул уйланылмаған аҙым тип атап, бындай үҙгәрештәрҙе индергәндә аҡыл менән эш итергә кәрәк, тип белдерҙе.