Бөтә яңылыҡтар
22 Ноябрь 2019, 17:10

Иғтибар! Конкурс!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты «Башҡорт телен яратам» интернет-конкурсын иғлан итте. Ул социаль селтәрҙәрҙә дүрт йүнәлеш буйынса үткәрелә.

Тәүгеһендә – «Һаумы, һаумы, әкиәт» конкурсында мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре һәм башланғыс синыф уҡыусылары ҡатнаша. Башҡорт йәки башҡа халыҡ әкиәте буйынса сығыштың йә сәхнәләштерелгән күренештең видеояҙмаһын ойоштороу комитетына ебәрергә һәм социаль селтәрҙәрҙә #ҡоролтай #Башҡорттелекөнө хештегтары менән билдәләп һалырға кәрәк. Сығыштың оҙонлоғо – 3 – 5 минут. Башҡарыусының кадрҙа булыуы мотлаҡ. Баһалағанда видеояҙманың эстетик биҙәлеше, телмәр тәьҫирлеге, һөйләй белеү оҫталығы иҫәпкә алына. Әкиәттәрҙе күмәкләп сәхнәләштереүселәргә лә шундай уҡ талаптар ҡуйыла. Видеояҙманың оҙонлоғо – 10 минутҡа тиклем. Ерле һөйләш өсөн хас тел үҙенсәлектәрен ҡулланырға мөмкин.
Икенсе конкурс – «Мин башҡортса уҡыйым». Унда уҡылған әҫәр буйынса эссе-фекерләү формаһында яҙылған баһаламалар ҡабул ителә. Баһалағанда авторҙың үҙ ҡарашын теүәл еткерә алыуы, эмоциональ фекерләү ҡеүәһе иҫәпкә алына. Автор әҫәргә ҡыҙыҡһыныуын аңлата, яҙыусыға йә айырым әҫәргә шәхси мөнәсәбәтен тасуирлай. Күтәрелгән проблеманың мөһимлеге, көнүҙәклеге асыҡлана. Яҙмаға талаптар: 14-се шрифт, 1,0 арауығы, күләме А4 битенән артмаһын. Конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙә баһаламаның исеме, ҡатнашыусының исем-шәрифе, уҡыған/эшләгән урыны (ҡала, районы), етәксеһе (әгәр булһа), телефоны, электрон адресы мотлаҡ яҙылырға тейеш.
Өсөнсө конкурс – «Театрлаштырылған күренеш". Бында башҡорт әҙибенең әҫәренән өҙөктө сәхнәләштереп күрһәтергә кәрәк. Уның маҡсаты– башҡорт әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Был конкурсҡа монолог, диалог йәки коллектив сығыш рәүешендә эштәр ҡабул ителә. Шәхси сығыштар һәм күмәк сәхнә айырым баһалана. 3 – 10 минутлыҡ видеояҙмағыҙҙы үҙ сәхифәгеҙҙә #ҡоролтай #Башҡорттелекөнө хештегтары менән билдәләргә лә онотмағыҙ.
Дүртенсеһе – «Матур яҙыу дәфтәре» башҡортса текстар марафоны.
Был конкурстар менән тулыраҡ «Бәйләнештә» селтәрендә https://vk.com/kurultaibashkir төркөмөндә танышырға мөмкин. Эштәр «конкурс» билдәһе менән 8 декабргә тиклем [email protected] адресына ебәрелә һәм #ҡоролтай #Башҡорттелекөнө хештегтары менән социаль селтәрҙәрҙә ҡуйыла.
Еңеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләйәсәк.
Читайте нас: