Бөтә яңылыҡтар
22 Ноябрь 2019, 10:55

Яңы милли парк булдырыла

Көньяҡ Уралда «Егәлгә» милли паркы булдырыла. Уның бер өлөшө Силәбе өлкәһенең Ҡытау-Иванов районында, ә икенсеһе Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.

Яңы объекттың майҙаны — 45 мең гектар. Милли парк «Экология» милли проекты сиктәрендә ойошторолоп, тәүге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе буласаҡ.
– Бындағы күп үҫемлектәр һәм йәнлектәр Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Был ерҙәр һәр ваҡыт туристарҙы йәлеп итә. Махсус һаҡланған милли парк булдырыу туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, – ти Рәсәйҙең Премьер-министры Дмитрий Медведев та.


Читайте нас: