Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең спектаклдәрен Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй залында тәҡдим итә. 23 ноябрҙә – Салауат Әбүзәрҙең «Хыялый», 24-ендә Рәлиф Кинйәбаевтың «Әбейүшкә@эт тущка.ru» комедиялары күрһәтелә. Тамашалар киске 6-ла башлана, билет хаҡы – 200 – 400 һум.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында 24 ноябрҙә «Арғымаҡ» төркөмөнөң концерты буласаҡ. Күрмәй ҡалмағыҙ, дуҫтар. Уны онлайн рәүештә лә ҡарап буласаҡ. Концерт киске 6-ла башлана, билет хаҡы – 200 – 800 һум.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында 24 ноябрҙә «Чиполлино» әкиәте ҡуйыла. Ул көндөҙгө 12-лә һәм 2-лә башлана, билет хаҡы – 300 һум.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының ҙур залында 23 ноябрҙә «Малыш и Карлсон» әкиәте ҡуйыла. Башланыу ваҡыты – көндөҙгө 12-лә һәм 2-лә. Ошо уҡ көндө театрҙың бәләкәй залында «О чём поёт осень» спектакле күрһәтелә. Ул көндөҙгө 4-тә башлана. 24 ноябрҙә «Дюймовочка» һәм «О чём поёт осень?» әкиәттәрен ҡарай алаһығыҙ. Тәүгеһе көндөҙгө 12-лә һәм 2-лә башланһа, икенсеһе – сәғәт 4-тә. Барыһына ла билет хаҡтары – 250 һум.