Хажин Айбулат Вәкил улы 1973 йылдың 30 сентябрендә Өфөлә тыуған. Өфөләге 1-се медицина училищеһын, «биология һәм химия» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда 2-се Арғаяш урта мәктәбендә химия уҡытыусыһы булып башлай.
1997 – 2000 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура академияһы аспиранты.
2001 – 2008 йылдарҙа — өлкән уҡытыусы, Урал дәүләт физик культура университетының педагогика кафедраһы доценты.
2003 – 2007 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университеты докторанты.
2003 – 2008 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университеты деканы урынбаҫары.
2008 – 2009 йылдарҙа — Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы директоры урынбаҫары.
2009 йылда — Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры.
2009 – 2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге секторы мөдире.
2010 – 2014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы урынбаҫары.
2014 – 2016 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары.
2016 – 2018 йылдарҙа — Башҡортостандың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы етәксеһе.
2018 – 2019 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.