Рәсәйҙә ул 1998 йылдан алып ноябрь айының һуңғы ял көнөндә билдәләнә. Һәр ерҙә әсәйҙәргә арнап төрлө байрам саралары үтә, ҡотлау һүҙҙәре еткерелә.
Беҙ ҙә ер йөҙөндәге барлыҡ әсәйҙәрҙе Әсә көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ҡоростай һаулыҡ, ғаилә бәхете, яҡындарының иғтибарын тойоп йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Күренекле балалар шағирәһе Әлфиә апай Әсәҙуллина яҙғанса:
Әсәйҙәр бер генә ―
Ҡәҙерен беләйек.
Йөрәктәр йылыһын
Уларға бирәйек.