Ауыл мәсетендә "Иҫән йөрөп ҡайт, һалдат!" исемле байрам кисәһенә Илгиз Юламанов, Вадим Сирүсин, Илназ Әхмәҙин, Илдус Ишморатовтарҙың туғандары һәм ауылдаштары йыйылғайны. Ауылдың имам хатибы Рәдиф Шаһибалов, инспектор Фирҙәүес Бикйәнова, абруйлы ауылдаштары һәм егеттәрҙең атай-әсәйҙәре изге теләктәрен еткерҙе.
– Шундай йылы тәьҫораттарға ҡоролған кисәнән һуң, һис шикһеҙ, яҡташтарыбыҙ матур хеҙмәт итеп ҡайтыр әле, Алла бирһә! – ти сараны ойоштороусы китапханасы Райхана Булатова.
Элек-электән илде һаҡлау ир-егеттәр иңенә төшкән. Һынатмағыҙ, ауылдаштар! Хәйерле юл, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!