Ул 19 декабргә тәғәйенләнгән, Мәскәү сәғәте буйынса көндөҙгө 12-лә башланасаҡ. Владимир Путин менән бындай конференция 2001 йылдан алып үткәрелә. Үткән йыл ул 20 декабрҙә уҙғарылып, 3 сәғәт тә 44 минут дауам иткәйне. Ошо ваҡыт эсендә Президентыбыҙ Рәсәй һәм сит илдәге киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең 53 һорауына яуап бирергә өлгөрҙө.