Бөтә яңылыҡтар
26 Ноябрь 2019, 13:00

Эшҡыуарлыҡҡа һәләтең булһа…

Эшҡыуарлыҡҡа һәләтең бар икән, үҙеңдең бизнес идеяң менән «Минең тәүге бизнесым» халыҡ-ара конкурсында ҡатнаша алаһың. Унда 11 йәштән 18 йәшкә тиклемгеләр көсөн һынай.

Әлеге бәйгегә ғаризалар 6 декабргә тиклем ҡабул ителә. Уҡыусылар бизнес идеялары йәки бизнес проекттарын «Белем биреү», «Социаль», «Инновацион», «Һанлы» һәм «Медиа» йүнәлештәре буйынса тәҡдим итә ала.
Халыҡ-ара конкурста еңеү яулағандар дүрт айлыҡ START UP бизнес курсын үтеү мөмкинлеге аласаҡ, Iphone, MacBook кеүек ҡиммәтле приздар менән бүләкләнәсәк. Шулай уҡ юғары уҡыу йортона инеү өсөн өҫтәмә балдар ҙә бирелә. Конкурс тамамланғас та, үҙ проектыңды ғәмәлгә ашырыу өсөн остаздарың менән бәйләнеште дауам итергә була. Проекттары уңышлы тип табылғандар грантҡа ла дәғүә итә. Тулыраҡ мәғлүмәтте конкурстың https://myfirstbusiness.ru/ сайтында алырға мөмкин.
Читайте нас: