Бөтә яңылыҡтар
27 Ноябрь 2019, 19:00

Һимеҙ ҡыҙ билдәләргә ҡушылған

Был ҡыҙҙың кәмселегенән көлөүме икән әллә? АҠШ-тағы Кентукки штатында йәшәүсе бер әсәйҙең ҡыҙына шундай аптырарлыҡ өйгә эш биргәндәр.

Уны ҡатын «Facebook» социаль селтәренә һалған. Өйгә эштә ике ҡыҙ араһынан һимеҙен билдәләргә ҡушылған. Күптәргә был өйгә эш насар тәьҫир иткән. Әсәй кешенең һүҙҙәренсә, бындай күнегеүҙәр, уҡыусыларҙы мәктәптә нимәгә өйрәтәләр икән, тип уйланырға мәжбүр итә.
Читайте нас: