Бөтә яңылыҡтар
27 Ноябрь 2019, 10:55

Кем булырға хыялланған?

Һәр кемдең бала саҡ хыялы була. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың да мәктәп йылдарындағы уй-хыялдары башҡа малайҙарҙыҡына оҡшаған.

– Тәүҙә минең теләктәрем, башҡалаларҙыҡы кеүек, төрлө-төрлө ине. Диңгеҙсе лә, осоусы ла булырға хыялландым. Бөтәһен дә иғтибарлап өйрәнә, үҙемде шул һөнәр эйәһе урынына ҡуйып ҡарай инем. Киләсәк һөнәрем буйынса атай-әсәйем, тренерым менән һүҙ көрәштергән саҡтарым да булды, – тип һөйләне Президент «Проектория» Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашыусы уҡыусыларға.
Ил башлығы форум ваҡытында күңелеңә оҡшаған һөнәрҙе нисек һайлау буйынса кәңәштәрен дә бирҙе.


Читайте нас: