Бөтә яңылыҡтар
27 Ноябрь 2019, 11:00

Тәүге моделле мәшғүллек үҙәге

Башҡортостанда тәүге моделле мәшғүллек үҙәге асыла. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында декабрь уртаһында эшләй башлаясаҡ.

Стәрлетамаҡтағы мәшғүллек үҙәге пилотлы моделле үҙәккә әйләнеп, тулыһынса үҙгәртеләсәк. Исеме лә «Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәгенә алмаштырыла.
Әле үҙәктең бинаһында ремонт эшләнә, кәрәкле йыһаз, ҡоролмалар алына, эш биреүселәргә һәм эҙләүселәргә бөтә уңайлы шарттар булдырыла. Былар бөтәһе лә «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү» милли проектының «Мәшғүллеккә ярҙам итеү һәм хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешен тәьмин итеү өсөн хеҙмәт баҙарының эффективлығын үҫтереү» төбәк проекты сиктәрендә башҡарыла.


Читайте нас: