– Ул уйнарға, тешләшергә һәм йүгерергә ярата. Уға өҫтәлгә ултырып, һикереү оҡшай ине, – ти табылдыҡтың хужабикәһе.
Бер саҡ ул тәпәйен йәрәхәтләгәс, ветеринарға алып бара. Ысынында бесәй балаһы тигәне ҡырағай, бик хәүефле бәләкәй ягуарунди булып сыға. Йорт хайуаны бик мөләйем генә булһа ла, уны өйҙә тоторға кәңәш итмәйҙәр. Белгестәр фекерен тыңлап, ҡыҙ уны Аргентина хайуандарҙы яҡлау фондына тапшыра.