– Икенсе форумды тулыһынса һаулыҡҡа бағышларға тәҡдим итәбеҙ. Минең аңлауымса, был ҡыҙыҡтырырлыҡ спикерҙар һәм иң яҡшы белгестәр йәлеп ителгән ҙур ведомство-ара эш булырға тейеш, – тип белдерҙе «Мәғариф сәғәте»ндә республика Башлығы Радий Хәбиров.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, мәғариф министрлығы менән берлектә мәктәптәрҙә теш табибы бүлмәләре тулыһынса яңыртылған, ҡайһы берҙәре уҡыусыларҙы ҡабул итә башлаған да инде. Диспансеризация буйынса ла эш әүҙем алып барыла.