Бөтә яңылыҡтар
29 Ноябрь 2019, 12:45

Ялығыҙ күңелле үтһен!

Алда – ял көндәре. Ҡалабыҙҙа шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә ниндәй тамашалар, күргәҙмәләр үтә икән?

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры спектаклдәрен Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй залында күрһәтә. 1 декабрҙә Флорид Бүләковтың «Һөйәһеңме – һөймәйһеңме...» трагикомедияһы ҡуйыла. Спектакль киске 6-ла башлана, билет хаҡы – 200 – 400 һум.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ошо уҡ көндө «Царевна-лягушка» әкиәте була. Уны көндөҙгө 12-лә ҡарай алаһығыҙ, билет хаҡы – 300 һум.
Ришат Төхвәтуллиндың моңло тауышын үҙ итеүселәр 30 ноябрҙә Йәштәр һарайында уның концертын ҡарай ала. Ул киске 7-лә башлана, хаҡы – 700 – 1 мең 500 һум.
«Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркындағы «Фантастик Пластик» күргәҙмәһендәге экспозициялар ҙа ҡыҙыҡлы ғына. Унда Рәсәй һәм сит илдәрҙән 40-тан ашыу дизайнерҙың эше ҡуйылған. Пластик шешәләрҙән ниндәй үҙенсәлекле әйберҙәр яһарға була икәнлеген белгегеҙ килһә, күргәҙмәгә рәхим итегеҙ. Ул Менделеев урамы, 158-се йорт адресы буйынса урынлашҡан, инеү бушлай.
Ә бесәйҙәр күргәҙмәһе «Аркада» сауҙа үҙәгендә үтә. Унда Санкт-Петербургтың «Бесәйҙәр Федерацияһы»нан килтерелгән мыяуҡайҙар менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәлә башҡа хайуандар ҙа бар. Инеү хаҡы – 100 – 250 һум.
Читайте нас: