Бөтә яңылыҡтар
30 Ноябрь 2019, 10:50

Ташламалы кредит бирелә башлай

Алдағы йылдан ауылда үҙ йортонда йәшәүселәргә ташламалы кредит бирелә башлай.

Хөкүмәт уның процент ставкаларын субсидиялай, шуға улар ауыл халҡы өсөн 5 проценттан да артмаҫҡа тейеш. 2020 йылдың 1 ғинуарынан ауыл халҡы банктарға электр, һыу һәм газ, йылытыу һәм канализация үткәреү, торлаҡты йүнәтеү буйынса кредит һорап мөрәжәғәт итә ала. Күпселек төбәктәр өсөн 250 мең һум күләмендә кредит бирелә, Ленинград һәм Алыҫ Көнсығышта йәшәүселәргә ― 300 меңгә тиклем.
Читайте нас: