Бөтә яңылыҡтар
4 Декабрь 2019, 10:10

Ура! БДПУ ― еңеүсе!

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты грантҡа лайыҡ булды. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Улар дәүләт ярҙамын "Мәғариф" милли проектының "Йәш профессионалдар" федераль проекты буйынса аласаҡ. Бөтә Рәсәй конкурсының икенсе этабында 500-ҙән ашыу ғариза бирелеүенә ҡарамаҫтан, БДПУ еңеүселәр рәтенә инде.
2020 йылда уҡыу йорто өсөн 18 миллиондан ашыу аҡса бүленә. Был суммаға университеттың матди-техник базаһы яңыртыласаҡ.


Читайте нас: