Бөтә яңылыҡтар
5 Декабрь 2019, 11:10

Путин бүләге

Изге хыялдар тормошҡа аша. Ә һеҙ быға ышанаһығыҙмы, дуҫтар? Ана, Варвараның теләге лә ҡабул булды бит.

Ул Рәсәй Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнештә эт һорағайны. Ҙур үҫкәс, хайуандар өсөн приют асырға теләүен дә белдергәйне. Ниһайәт, теләге ҡабул булды. Ирекмәндәр Владимир Путин исеменән Курск өлкәһе Льговский районының Селекционный ҡасабаһында йәшәүсе 11 йәшлек Варвараға өс айлыҡ немец овчаркаһы бүләк итте. Ҡыҙ көтөлмәгән бүләккә бик ҡыуанды. Варвараның изге хыялын тормошҡа ашырырға президенттың тура линияһына килгән мөрәжәғәттәр менән эшләүсе Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының ирекмәндәр штабы ярҙам итте.


Читайте нас: