Рәсәй Президенты Владимир Путинға ирекмәндәр хәрәкәте лидерҙары менән осрашыу ваҡытында бер ҡатнашыусы ошо хаҡта һорау биргәйне. Баҡһаң, уларҙа – Силәбелә «Икенсе медицина» тигән проект эшләп килә икән. Уның сиктәрендә ирекмәндәр ҡала урамдарына сығып, йорт-ере булмаған кешеләргә тәүге ярҙам күрһәтә. Һорау биреүсенең асыҡлап үтеүенсә, уларҙың эштәре ошо бәләгә тарыусыларҙың янған, туңған осраҡтарҙа йәрәхәттәрен бәйләүгә ҡайтып ҡала.
– Әлбиттә, беҙ диагноздар ҡуймайбыҙ, дауаламайбыҙ, тәүге ярҙам ғына күрһәтәбеҙ, – ти ҡыҙ.
Әйтергә кәрәк, был эш рәсмиләштерелмәгән, ҡанундар сығарып, «Урам медицинаһы» тигән төшөнсә лә булдырылмаған. Был мәсьәлә буйынса ил етәксеһе Хөкүмәт вәкилдәре менән һөйләшеп, нисек рәсмиләштереү яҡшыраҡ булырын уйларға кәрәк, тип белдерҙе.